Создать сайт на a5.ru
Более 400 шаблонов
Простой редактор
Приступить к созданию

Ата әсәләргә кәңәштәр

• Балаға бәләкәй генә асыштар эшләргә мөмкинлектәр бирегеҙ.

• Эмоциональ ҡәнәғәтлек ни тиклем юғары булған һайын,

белем алыуҙа уңышҡа өлгәшеү мөмкинлеге шул тиклем үк юғары.

• Балаларҙың яңылышыуҙарынан ҡурҡмағыҙ. Бала хатаһы – ул табыш.

• Онотмағыҙ, бер хата икенсе фекерҙе тыуҙыра.

• Онотмағыҙ, аҙ яратыу һәм үҙ-үҙен түбән баһалау уҡыу барышындағы

уңышһыҙлыҡтарға килтереүе ихтимал.

• Балаға үҙе аңлай, төшөнә алырҙай нәмәләрҙе тылҡымағыҙ.

• Балаларҙы яратығыҙ һәм һөйөүегеҙҙе күрһәтеүҙән тартынмағыҙ.

 

Уңыш сере

Барыһы ла “Уңышлы булғым килә”  тип хыяллана. Ә уңышлы булыуҙың сере ниҙә? Уның сере-ете хикмәттә.

 

Тырышлыҡ

Был-бөгөнгө йәшәйешебеҙҙә иң мөһимдәренең береһелер. Сөнки ҡайҙандыр көтөп, миңә килтереп бирерҙәр, тип уйлап ултырыу-әлеге замандың бәләһе. Шуны онотмағыҙ: уңыш һәр саҡ һеҙҙең эргәлә генә, тырышһағыҙ, уға өлгәшә алаһығыҙ.

 

Маҡсатлы булыу

Кеше һәр ваҡыт маҡсаттар, уй-ниәттәр менән йәшәргә тейеш. Буй етмәҫлек ҙур  мотлаҡ түгел, ә үҙенең ҡулынан килерлек, тормошона мәғәнә бирерлек булһын ул. Мәҫәлән мәктәпте тамамлап, һөнәр алырға, күңелгә ятҡан эш табырға, артабан тағы ла ниндәйҙер ыңғай ынтылыштыр барлыҡҡа киләсәк.

 

Тәүәккәллек

Уңышҡа өлгәшеү өсөн тәүәкәллек үтә мөһим. Ҡарар  ҡабул итә алмайынса икеләнеп ултырырға ярамай, киләсәккә ышаныс менән ҡарарға кәрәк.

 

Яуаплылыҡ

Кемдер һиңә ниндәйҙер эште ышанып тапшыра икән, уны, һис шикһеҙ, еренә    еткереп башҡарыу зарур.

 

Аралаша белеү

   Беҙ даими рәүештә кем менәндер әңгәмә ҡорабыҙ, аралашыу аша яңы дуҫтар, таныштарыбыҙ барлыҡҡа килә. Асыҡ йөҙлө, алсаҡ кешеләрҙе барыһы ла ярата. Был сифат карьера үсешендә лә уңай. Кәрәк урында әңгәмәгә ҡушылып китеү, фекерҙәреңде еткерә белеү күпселек осраҡта ыңғай ҡараш уята. Өҫтәүенә, мөләйемлегеңде лә эшкә екһәң...

 

Ярҙамсыллыҡ

   Яныңда ныҡлы таяныс булыуы – уңыштың башы ул. Туғандарың һәм дуҫтарыңдың ярҙамы, үҙеңдең дә уларға битараф булмауың һәр саҡ кәрәгеп тора. Кемгәлер таяна алаһың икән, аҙымдарың  да ныҡлы, тигән һүҙ. Шул уҡ ярҙамсыллығың менән үҙең дә кемгәлер уңыш яуларға булышлыҡ итәһең.

 

 Итәғәтлелек

   Беҙ туҡтауһыҙ төрлө даирәлә уралабыҙ, сөнки һәр беребеҙең эш-хәрәкәттәре, мөнәсәбәте башҡа кешеләрдонъяһы менән бәйләнгән. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙылған, дауамы йә ҡыҫҡа ғына ваҡытта барлыҡҡа килгән мөнәсәбәтме, быныһы мөһим түгел, һинең менән аралашҡан  кешеләрҙең кәйефе ҡырылмаһын, күңеле кителмәһен өсөн бик һаҡ, итәғәтле булырға кәрәк. Һәм тағы ла, дуҫтар, уңышлы булыу өсөн сәләмәт тормош алып барырға кәрәк. Билдәле бер әҙип әйтмешләй, әгәр тормоштоң һеҙгә йылмайыуын теләһәгеҙ, үҙегеҙ уға йылмайып ҡарағыҙ.
Уңышлы булыу һәр кемдең үҙенә бәйле: баҫҡан аҙымына, эшләгән эшенә, үткәргән көндәренә...

 

Авторизуйтесь, чтобы оставить свой комментарий:

Комментариев:

Лицей менән бәйләнеш

⁠Адресы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 4
Тел.: 8-905-002-07-56
e-mail: 
pervaya1school@mail.ru,   yeufqrbub@mail.ru

Лицейҙың рәсми сайты