Создать сайт на a5.ru
Более 400 шаблонов
Простой редактор
Приступить к созданию

                                            Көнкүреш тәртип ҡағиҙәләре

 

    Көнкүреш тормошта иң төп яҡшы тәртип ҡағиҙәһе - башҡаларға ҡыйынлыҡтар килтермәҫкә. Быныһы инде һеҙҙең үҙегеҙҙе тотоуҙы ғына түгел, нисек кейенгәнегеҙҙе лә ҡағыла. Башҡа кешеләрҙе яңылыш борсоған саҡта ғәфү үтенергә онотмағыҙ. Ғөмүмән, ниндәй булһа ла хәл килеп сығыуға ҡарамаҫтан рәхмәт һәм ғәфү итенеү һүҙҙәрегеҙҙе әҙер тотоғоҙ.

   Урамда бармаҡ менән төртөп күрһәтеү, таныш булмаған кешеләргә текләп ҡарау, әйләнеп кешеләрҙе ҡараш менән оҙатыу тәртипһеҙ тип һанала.

   Урамда китеп барғанда сәйнәү, ашау һәм тартыу яҡшы ғәҙәткә һаналмай. Бының өсөн махсус булдырылған урындар бар. Ашханаларҙа кешеләрҙең ашап ултырыуын күҙәтеү әҙәпле булмаясаҡ. Шулай уҡ үҙеңә ныҡ тауыш, йыр, моң менән иғтибар йәлеп итеү килешмәҫ. Ҡыйҙы ергә түгел, ә махсус ҡый һауыттарына ташларға кәрәк.

   Әгәр ҙә тышта кейемегеҙҙә берәй етешһеҙлекте төҙәтер кәрәге килеп сыҡһа (аяҡ кейеме ептәре ысҡынып, салбар-ыштандар бысрап китеп һ.б.), ситкә китеп йәки дөйөм бәҙрәфкә барып эшләргә кәрәк.

    Урамда китеп барғанда бөтөн юлды баҫып алыу дөрөҫ булмаҫ. Әгәр ҙә һеҙ күпләп китеп бараһығыҙ икән ике-өс кешенән торған төркөмдәргә бүленергә кәңәш ителә. 
    Урамда шулай уҡ һөйләшеп тороу өсөн кәңәш ителмәй: мөмкин тик һаулыҡ һорашып бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп ҡалырға, сөнки юғиһә һеҙ башҡа үтеп барған кешеләргә ҡамасаулайһығыҙ. Оҙағыраҡ һөйләшер өсөн берәй ашхана йәки эскәмйә табыу яҡшыраҡ булыр.

Авторизуйтесь, чтобы оставить свой комментарий:

Комментариев:

Лицей менән бәйләнеш

⁠Адресы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 4
Тел.: 8-905-002-07-56
e-mail: 
pervaya1school@mail.ru,   yeufqrbub@mail.ru

Лицейҙың рәсми сайты