Создать сайт на a5.ru
Более 400 шаблонов
Простой редактор
Приступить к созданию

МӘҠӘЛЛЕ ҺҮҘ – АҠЫЛЛЫ ҺҮҘ

Хеҙмәт, һөнәр,уңғанлыҡ,ялҡаулыҡ
Ағас емеше менән, кеше эше менән.
Аҙ һөйлә,күп эшлә.
Аҙығыңды алыҫ ҡуй,ҡаҙығыңды ҡулбуйы.
Бер тырышлыҡ уңлата ҡайта.
Дан хеҙмәттә уяна.


Һунарсылыҡ, малсылыҡ, игенселек
Иртә сәсһәң уңырһың,һуңға ҡалһаң- туңырһың.
Малы юҡтың йәне юҡ.
Юлаусыға – юл, һунарсыға – йәнлек.
Етене сәселмәгән, киндере һуғылмаған.
Шәп мал аяҡланып тыуа.


Ижтимағи тормош
Бер йортта ике бикәнең тауығы һыймаҫ.
Ер тауһыҙ булмай, халыҡ ханһыҙ булмай.
Буран булһа,һунар юҡ, ямғыр булһа,туҙан юҡ,түрә килһә,майҙан юҡ.
Ил ҡәҙерен белмәгән-башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән- ашын юғалтҡан.
Көтөүсе күп булһа,һарыҡты бүре алыр.


Социаль хәл, синфи мөнәсәбәттәр
Айыу – бүре берекмәҫ.
Бай ҡарғышы ярлыға төшмәҫ.
Иҙелеп йәшәгәнсе, үҙеңә үҙең баш булып йәшә.
Кем ҡулында иллелек, уның һүҙе иң элек.
Тауға ҡарап тау булма.


Дин әһелдәре тураһында мәҡәлдәр
Мулла менән түрә ил өҫтөндә көн күрә
Дингә ышанған малһыҙ ҡалыр
Хоҙайҙың биргәненән бирмәгәне күп.
Ярлы беләгенә,  мулла терәгенә ышаныр
Хөрмәтенә күрә доғаһы.


Һуғыш-тыныслыҡ
Алыҫтағы ауҙы күргәнсе, яҡындағы яуҙы күр
Бүренән бүрек ташлап ҡотолоп булмай
Йыландың балаһы ла йылан
Йылан үлтерһәң,балаһын ҡалдырма
Ҡылыс күтәргән ҡылыстан үлер


Көнкүреш, йолалар, ғаилә,туғанлыҡ
Ат менән ҡыҙҙы ауылдан алма
Барһаң, табып бар, егетте танып бар
Бер ҡатындың ире үлһә, ҡырҡ ҡатынға көндәш була,ти
Егермелә етлекмәгән иллеһендә өйләнмәҫ
Күп һайлаған һайландыҡта ҡалыр


Ғаилә тормошо, нәҫел-нәсәп
Аралар тыныс булһа, ғаилә ҡорос ныҡ була
Аптыраған бала атаһының һаҡалы менән уйнар
Бала бар ерҙә батша юҡ
Дегәнәк тамырынан гөо үҫмәй
Илаҡ баланы илап тымыҙып булмай


Ир – егет,ҡатын-ҡыҙ
Яман ирҙән яҡшы ҡатын артыҡ
Ҡатын-ҡыҙҙың хәйләһенә шайтан да түҙә алмаҫ
Ирҙе ир үлтермәҫ,намыҫ үлтерер
Ҡатындар теле – утлы киҫәү
Тырнаҡ үҫтергән ҡатындан йыраҡ ҡас


Күрше-күлән,дошман,дуҫ
Баҡыр башлы йылан күҙе ҡояш батҡас асыла
Боҙолошҡан дуҫ дошмандан яман
Вафаһыҙ дуҫ аш ашай
Дуҫ башҡа, дошман аяҡҡа ҡарар
Йоҡлаған йыландың ҡойроғона баҫма


Донъя көтөү, мал табыу
Атайыңда булғансы,алҡыныңда булһын
Буштан килгән байлыҡ – бер айлыҡ
Кеше малына нәпсеңде һуҙма
Кемдең ҡулында – шуның ауыҙында
Малды тота бел,ашты йота бел!


Алыш – биреш, бүләк
Аҡсаң бөттө – ҡәҙерең бөттө
Бер биргәнде кире ҡайтарып алмайҙар
Ни кәрәк – шул ҡиммәт
Юлдан тапһаң да һанап ал
Яҡшы аттың тешен ҡарама


Аш һыу, һый-хөрмәт
Алдыңа ҡуйған ашты хурлама
Аш ҡәҙерен ас белер, тун ҡәҙерен яланғас белер
Балалы ҡунаҡ – бәләле ҡунаҡ
Икмәк сәйнәмәйенсә йотолмай
Кеше ризығын кеше ашамаҫ

 

Авторизуйтесь, чтобы оставить свой комментарий:

Комментариев:

Лицей менән бәйләнеш

⁠Адресы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 4
Тел.: 8-905-002-07-56
e-mail: 
pervaya1school@mail.ru,   yeufqrbub@mail.ru

Лицейҙың рәсми сайты