Создать сайт на a5.ru
Более 400 шаблонов
Простой редактор
Приступить к созданию

Атайҙарға

      Һәр бер атай үҙенең улын ысын ир-егет булып үҫеүен теләй. Ә нисек улай итеп тәрбиәләргә икәнен ҡайһы ваҡыт үҙе лә белмәй. Балаһын дуҫтарса футбол уйнағанда, дөрөҫ типмәйһең, машинаны белмәйһең, тип тәнҡитләй башлай, һәм бала аралашыуҙан яйлап ҡына ситләшә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ир-егетлекте лекция уҡып ҡына һеңдереп булмай. Балаға иң тәүҙә атайҙың хуплауы, аралаша, аңлаша белеүе кәрәк, уның ышанысын яулағас ҡына, уның өлгөһөнә эйәреп, ул теләгәнсә эшләй башлай. Әлбиттә, кем үҙенә оҡшамаған кешегә оҡшарға тырышһын! Ә атай кеше сабырһыҙ, ҡыҙыу булһа, ир бала башҡа малайҙар араһында үҙен уңайһыҙ, ышанысһыҙ тотасаҡ. Ул ваҡытта икенсе яҡын кеше – әсәй өлгөгә әйләнә. Әсәһенең тормош моделен һайлаған егет тормошта үҙ урынын табырмы? Нисек улыңа начальник булмаҫҡа, ә үҙ кеше – терәк булырға – шул булыр атайҙың изге бурысы. Атай кеше ир балала ир-егетлек, ҡатын-ҡыҙға хөрмәт менән ҡарау, үҙ өҫтөңә яуаплылыҡ алыу, эшкә һәләтлелек һәм башҡа ир-егеттәргә генә хас булған сифаттар тәрбиәләй.
    Шулай итеп, әгәр атай кеше улын ысын ир итеп тәр¬биәләргә теләй икән, ул илағанда уға ябырылыр¬ға, әрләргә, “ҡыҙҙар уйыны”н уйнағанда оялтыр-ға, тик спорт менән генә шөғөлләндерергә тейеш түгел. Атай балаһын мыҫҡыллауҙан тыйылһын. Мыҫ¬ҡыл¬лау – бәләкәстәр өсөн үтә көслө сара. Ул үҙен кәм¬һе¬телгән итеп тоя. Шәхесте мыҫҡыллау аша язалау бер ваҡытта ла тәрбиәүи маҡсат¬ҡа, ыңғай һөҙөмтәгә килтермәй.
   Атай улы менән ваҡытын рәхәтләнеп, ҡәнәғәтлек ки¬сереп уҙғарырға, ҡайһы саҡ икәү генә йө¬рөп ки¬лер¬гә бурыслы. Үҙҙәренә генә ҡағылышлы, икеһе ге¬нә бел¬гән серҙәре булыу мөһим.
Атай һәм ҡыҙ бала
   Ни өсөндөр атайҙың өлөшө ҡыҙ бала тәрбиәләгәндә мөһим түгел, тигән ҡараш йәшәй. Йәнәһе, әсәй тәрбиәләһә лә еткән. Ә бит, ысынында, тик атаһында булған ирлек сифаттарына ҡарап, үҫеп еткәс ҡыҙ бала үҙенә тормош иптәше һайлай. Шуның өсөн биш йәшлек кенә ҡыҙ баланы атаһы, ҡалай минең ҡыҙым һүрәтте матур төшөргән, тип маҡтаһа, 12 йәшлек ҡыҙына – күлдәгең бигерәк килешә, тип әйтһә, ә инде 16-17 йәштә – һин дуҫлашҡан ул егет – бик яҡшы кеше, тип фекерен белдерһә, ҡыҙ бала атаһының фекерен һәм уның үҙен дә бик ихтирам итәсәк. Ә уның ҡорған ғаиләһендә был яҡшы күренеш дауам итәсәк. Шулай итеп, атай кеше ҡыҙ балала гармония, үҙ-үҙеңде аңлау, ҡатын-ҡыҙ ҡиммәте кеүек матур сифаттар тәрбиәләп кенә, ҡыҙ бала интуитив рәүештә тормош иптәше итеп атаһына оҡшаған кешене һайлай.
    Бала менән атай аңлашһын, үҙ-ара татыу йәшәһен өсөн иң беренсе аҙымды атай эшләй, сөнки ул өлкәнерәк һәм аҡыллыраҡ.
   Тимәк, ғаиләлә атаның иң аҡыллы позицияһы — хеҙмәттәшлек, дуҫлыҡ, иғтибарлылыҡ, балаларҙың эштәре менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныу позицийһы. Әгәр атаның үҙ балалары менән тәүҙән үк дуҫтарса мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килһә, бала уның тормошонда бөтәһенең дә атаһы өсөн ҡыҙыҡлы булыуын белһә, аталар һәм балалар проблемаһы тыумай.

Авторизуйтесь, чтобы оставить свой комментарий:

Комментариев:

Лицей менән бәйләнеш

⁠Адресы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 4
Тел.: 8-905-002-07-56
e-mail: 
pervaya1school@mail.ru,   yeufqrbub@mail.ru

Лицейҙың рәсми сайты