Создать сайт на a5.ru
Более 400 шаблонов
Простой редактор
Приступить к созданию

CӘЛӘМӘТ ТУҠЛАНЫУ

 

   Үҫмерҙәр үҙаллылыҡҡа ашҡына. Һәм, ысынлап та, бала үҫкән һайын ата-әсәгә уның тормошон, шул иҫәптән туҡланыуын контролдә тотоуы ауырлаша бара. Дөрөҫ туҡланыу ҡағиҙәһе бала саҡтан уҡ һалынһа бик яҡшы, әммә был улай булмаһа - үҫмерҙәр үҙҙәре теләп файҙалы ризыҡҡа ҡарағанда зыянлыны өҫтөн күрә. Былар бихисап насар эҙемтәләргә - эске органдар сиренә, артыҡ тән ауырлығына  килтереүе ихтимал. Үҫмерҙәрҙең дөрөҫ туҡланыуына йоғонто яһарға мөмкинме?
   Бөгөнгө статистика буйынса, беренсе класҡа төшкән балаларҙың 7 - 8 проценты нимә менәндер ауырый... Мәктәпте тамамлап сығыусыларҙың 70 - 80 проценты һаулығы менән артыҡ маҡтана алмай. Ә уйлап ҡараһаҡ, балалар сәләмәт булһын өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған кеүек: тыуғандан алып һәр сабый табиптарҙың күҙәтеүе аҫтында үҫә, магазиндарҙа витаминдарға бай емеш-еләк, йәшелсә тулып ята... Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында ла йылы аш менән тәьмин итеүгә, физкультура дәрестәренә иғтибар артты һ.б. Ләкин ыңғай яҡҡа булған үҙгәрештәр һиҙелмәгән кеүек. Балалар һау-сәләмәт булып үҫһен өсөн нимә етмәй һуң?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҡыллы итеп ойошторолған тәрбиә етмәй. Әгәр бала тыуыу менән дөрөҫ тәрбиәләнә башлаһа, ул ғүмеренең аҙағына тиклем ауырыуҙарға артыҡ бирешеп бармаясаҡ. Алтылағы алтмышҡа етә, тиҙәр халыҡта. Ә ниндәй тәрбиәне аҡыллы тип әйтергә була һуң? Аҡыллы тәрбиә - ул баланың тәбиғи үҫешенә ыңғай шарттар булдырыу. Уны баланың тыуған көнөнән үк башларға кәрәк.
Туҡланыу ҡағиҙәләре сабый саҡтан һалына. Тап шулай, туҡланыу мәҙәниәте ғаиләлә һалынып, бәләкәйҙән телдә ҡалған тәм, теге йәки был ризыҡҡа өҫтөнлөк биреү ғәҙәте кешене ғүмер буйы оҙатып килә. 
    Беҙ ата-бабаларыбыҙҙың быуаттар буйы һыналған, ҡырыҫ тәбиғәт шарттарына яраҡлаштырылған туҡланыу традицияларын күҙәтергә генә түгел, һаҡларға, балаларыбыҙға һалырға тейеш. Итле һурпа, һыйыр, йылҡы ите, ҡаҙылыҡ, тултырма, ҡорот - һалҡын Урал ҡыштары өсөн ошоларҙан да ҡулайыраҡ ниндәй тәғәмебеҙ бар? Һөт ризыҡтарыбыҙ - май, ҡаймаҡ, эремсек, ҡыҙыл эремсек, һөҙмә – торғаны бер хазина. Ҡымыҙҙың файҙаһы тураһында һөйләргә лә түгел. Картуф, кишер, сөгөлдөр, ҡабаҡ - һәр ғаилә элек был файҙалы йәшелсәләрҙе ҡыш буйына етерлек итеп әҙерләгән. Биҙрә-биҙрә ҡара ҡарағат йыйып, шәкәр менән төйөп ҡуйыуҙары, йәй буйы еләк-емештән күп итеп ҡаҡ ҡойоуҙары - ифрат кәрәкле витаминдарҙы һаҡларға тырышыуҙан. 
Мәҫәлән, йылҡы ите. Был ит дөрөҫ нисбәтле аминокислоталарҙан торған аҡһымға, минераль матдәләргә һәм витаминдарға бай. Диетик ризыҡ һанала. Унда холестерин аҙ булыуы күптән иҫбатланған. Үт ҡыуыу һәләтенә лә эйә. Һыйыр итенә ҡарағанда, һигеҙ тапҡыр яҡшыраҡ үҙләштерелә. Ҡымыҙ, эремсек, ҡорот, буҙаның файҙаһы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Тик был аҙыҡтарҙы магазиндан эҙләп табыуы, улар араһында сифатлыһын һайлауы еңел түгел.
    Әйткәндәй, донъя баҙарындағы хәлде күреп, ҡыҙыҡлы һығымта яһарға була: АҠШ һәм Европа союзы илдәре тарафынан иғлан ителгән санкциялар милләтте һауығыуға, экологик яҡтан таҙа аҙыҡ-түлек менән хушланыуға этәргән мәлдә ауылдарҙағы крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарына йәлсеп китеү мөмкинлеге арта түгелме?
     Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы эксперттары ла ситтән килтерелгән түгел, үҙ ереңдә етештерелгән аҙыҡ-түлекте файҙаланырға, туҡланыуҙа милли традицияларға таянырға кәңәш итә. Сөнки ашҡаҙан-эсәктәр тап үҙебеҙҙең ризыҡтарҙы эшкәртеүгә көйләнгән. Мәҫәлән, беҙҙә авокадо, кокос, банан кеүек ят емештәрҙе үҙләштереүсе ферменттар юҡ. 
    «Баламдың ашауы юҡ. Көсләп ашатып та ҡарайым...» - тип зарланыусы әсәләргә күп осраҡта бәләкәстең өлкән кеше өсөн әҙерләнгән ашты яратмауы аңлашыла ла - үҫеп килеүсе организм башҡа матдәләр талап итә. Иң тәүҙә уның нимә ашағыһы килеүен һорағыҙ һәм йәне теләгән ризыҡты тәмле итеп әҙерләү өсөн бөтә ижади һәләтегеҙҙе эшкә егегеҙ! Ябай ғына бутҡаны ла матур итеп еләк-емеш менән биҙәп йә бал ҡойоп бирһәң, тәрилкәне ялтыратып ҡуясаҡтар. Аҙ ашаусы сабыйҙың аппетиты боҙолмаһын өсөн урыҡ-һурыҡ ҡапҡыларға рөхсәт итмәгеҙ. Тағы бер кәңәш: балағыҙҙы саф һауала уйнатығыҙ, асығып ҡайтып, тәмле итеп ашар. 
     Пепси-кола, кока-кола, фанта кеүек газлы һыуҙарҙың зыянлы икәнен барыбыҙ ҙа белә. Зыяны нимәлә – бына быныһын инде барыһы ла белеп бөтмәйҙер. Беренсенән, шәкәре күп, ә белеүебеҙсә, ул ҡанда глюкоза кимәлен күтәреп, диабетҡа һәм һимереүгә килтереүе мөмкин. Эш унда ғына ла түгел, эсемлеккә ҡушылған тәмләткестәрҙә. Улар организмда һыуҙы тотҡарлай һәм шешенеүгә килтерә. Бынан тыш, аш эшкәртеү процесына кире йоғонто яһай. Шунлыҡтан диетологтар, шәкәрле газлы эсемлектәргә ҡарағанда, ябай һыуға һәм тәбиғи һуттарға өҫтөнлөк бирергә ҡуша.
     Магазинда аҙыҡ-түлек алғанда уның ҡайҙа етештерелгәненә иғтибар итегеҙ. Мәҫәлән, исемдәре билдәле супермаркеттарҙа кәбән өйгән кеүек итеп банан һалып ҡуялар. Хәҙер улар арзан. Һап-һары, бер ере лә йәнселмәгән емеш ҡарамаҡҡа матур һымаҡ, әммә уның ГМО-лы үҫемлектәр исемлегендә булыуын иҫегеҙҙән сығармағыҙ. Тауар Көньяҡ Американан килтерелгән икән, унан баш тартыу хәйерлерәк булыр, сөнки был төбәк гены үҙгәртелгән үҫемлектәрҙе әүҙем ҡулланыуы менән дан тота. Шәкәр алғанда үҙебеҙҙә етештерелгәненә өҫтөнлөк биреү хәйерлерәк, сөнки ГМО-лы орлоҡтар араһында иң әүҙем ҡулланылғандары – шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡамышы. Тимәк, ситтән килтерелгәнендә ГМО-лы шәкәргә юлығыу ихтималлығы арта. Ә бына Ҡытай менән Һиндостан илдәренең ҙур байлығы булып һаналған сәйҙең абруйын һаҡлар өсөн уның тәбиғи геномына ҡыҫылырға рөхсәт итмәй. Шуға ла һинд һәм ҡытай сәйен ҡурҡмайынса эсергә була. 
Ата-әсәләрҙең мөһим бурысы - балаһын файҙалы аҙыҡ-түлекте дөрөҫ һайларға, бала саҡтан уҡ туҡланыу ҡағиҙәләрен һәм сәләмәт йәшәү рәүеше принциптарын үтәргә өйрәтергә тейеш.

 

Авторизуйтесь, чтобы оставить свой комментарий:

Комментариев:

Лицей менән бәйләнеш

⁠Адресы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 4
Тел.: 8-905-002-07-56
e-mail: 
pervaya1school@mail.ru,   yeufqrbub@mail.ru

Лицейҙың рәсми сайты