Создать сайт на a5.ru
Более 400 шаблонов
Простой редактор
Приступить к созданию

 

Методик ҡумта

 

Әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау.

Уҡылған әҫәрҙе уҡыусы күҙ алдына килтерһен, хәтерен һәм телмәр мәҙәниәтен үҫтерһен, уй-хыялын байытһын өсөн ни эшләргә? Нисек китап уҡыу аша уйларға, фекер йөрөтөргә өйрәтергә?

Мин бының өсөн туған тел, синыфтан тыш уҡыу дәрестәрендә хикәйә, мәҫәл, әкиәт, картина, шиғырҙарҙы анализлау өсөн терәк-алгоритмдар әҙерләнем һәм уҡыусылар менән әҙерлек эше алып барам.

Тема һәм проблема

1.Был әҫәр нимә тураһында? Ул  ни өсөн шулай атала?

2.Әҫәрҙе уҡығанда (тыңлағанда) һеҙҙә ниндәй һорауҙар (фекерҙәр) тыуҙы?

3.Был әҫәр беҙҙе нимәгә өйрәтә? Уның төп әхлаҡи фекере нимәлә?

Сюжет

1.Хәл-ваҡиғалар ҡайҙа һәм ҡасан бара?

2.Улар нисек башланып китә? Ваҡиғалар артабан нисек үҫешә?

Хикәйәнең кульминацияһы йәғни хәл-ваҡиғалар барышында көсөргәнеш мәле булып нимә тора?

3.Әҫәрҙе уҡығанда ниндәй ваҡиға нығыраҡ тетрәндерҙе? Ни өсөн?

4.Хикәйәнең сюжетын (төп ваҡиғаһын) ҡыҫҡаса һөйләп бир.

Образдар. Геройҙар. Персонаждар

1.Әҫәрҙә кемдәр ҡатнаша?

2.Геройҙы тасуирлағыҙ.

3.Геройҙың төҫ-башын, ҡылыҡ-фиғелеген һүрәтләгеҙ.

4.Геройҙың холҡо ниндәй ҡыланыштарында яҡшыраҡ асыла?

5.Уның тураһында башҡалар нимә ти?

6.Ә авторҙың фекере ниндәй?

7.Һеҙ кемдәрҙе ыңғай, кемдәрҙе кире герой тип һанайһыҙ? Ни өсөн?

8.Башҡа әҫәрҙәрҙәге был персонаждарға оҡшаш геройҙарҙы атағыҙ.

9.Үҙегеҙгә оҡшаған герой тураһында һөйләгеҙ. (…миңә бик оҡшаны. Миңә…бик ҡыҙыҡ тойолдо. Минең хәтерҙә бигерәк тә … ҡалды. Мин … һоҡландым.)

10.Һеҙ үҙегеҙ ҡайһы яғығыҙ менән геройға оҡшарға (оҡшамаҫҡа) теләр инегеҙ?

11.Ниндәй мәҡәл, әйтем йә ҡанатлы фразагеройҙың холҡон яҡшыраҡ аса?

12.Әгәр һеҙ рәссам булһағыҙ, яратҡан геройығыҙҙы ниндәй мәлдә һүрәтләр инегеҙ? Уның йөҙ-ҡиәфәте, өҫ-башы ниндәй булыр ине? Тирә-яғына нимәләр эщләрһегеҙ?

13.Геройға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?

14.Геройҙың киләсәген нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

Композиция

1.Әҫәр ниндәй бүлектәрҙән тора?

2.Ни өсөн шулай уйлайһығыҙ?

3.Һәр бүлектәге төп хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлағыҙ.

4.Уға ниндәй исем бирегә була?

5.Әҫәрҙә кем йәки нимә ентекле тасуирлана?

6.Ә кем йәки нимә тураһында ҡыҫҡаса бирелгән?

7.Ни өсөн?

Тел

1.Әҫәрҙә ниндәй һүҙҙәр аңлашылмай?

2.Әҫәрҙе уҡығас кәйефегеҙ үҙгәрҙеме?

3.Әҫәр күңеллеме әллә моңһоумы?

4.Был турала ниндәй һүҙ йә һөйләмдәр белергә була?

5.Ниндәй һүҙҙәр яҙылғанды күҙ алдына килтерергә ярҙам итте.

6.Төп фекер кайһы һөйләмдә сағыла?

Жанр

1.Әҫәрҙе уҡығыҙ.

2.Һеҙ нимә уҡынығыҙ: хикәйәме, әкиәтме, шиғырмы, мәҫәлме?

Яуабығыҙҙы нигеҙләнегеҙ.

3.Авторҙың исем-фамилияһына иғтибар итегеҙ. Уның тураһында нимә беләһегеҙ? Хикәйә ҡасан һәм ҡайҙа яҙылған тип уйлайһығыҙ?

4.Текстың төрөн билдәләгеҙ: хикәйләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү.

5.Әгәр дуҫығыҙға ла уҡып сығырға тәҡдим итһәгеҙ, әҫәрҙең ниндәй яҡшы яҡтарын билдәләр инегеҙ?

Идея

1.Әҫәрҙә бигерәк тә нимә хәтерҙә ныҡ ҡалды? Ни өсөн?

2.Автор ниндәй кәңәштәр бирә?

3.Әҫәрҙең төп фекере ниндәй?

4.Һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙы?

5.Ниндәй кәйефкә бирелдегеҙ?

6.Автор беҙҙе нимә хаҡында уйландырырға теләй?

Лирик шиғыр өҫтөндә зшләү

• Был шиғыр юлдарын тыңлағанда нимә күҙ алдығыҙға килде?

• Уларҙы уҡығанда ниндәй хистәр уянды?

• Шиғыр уҡығанда моң ишетеләме? Ниндәй моң: моңһоумы әллә күңеллеме, бейеү көйөмө әллә маршмы?

• Ул ниндәй шиғыр: күңеллеме, моңһоумы, ялҡынлымы, йәнлеме әллә уйға һаламы? Шиғыр ниндәй кәйеф менән яҙылған? Шағир ниндәй тәбиғәт торошон һүрәтләй? Уға ниндәй ҡарашта?

• Шиғырҙа һеҙгә ниндәй һүҙбәйләнеш бигерәк тә ныҡ оҡшаны?

• Шиғырҙың ҡайһы юлдары

а) хистәр буталышын;

б) көсөргәнеш арта барыуын;

в) тәбиғәт һиллеген, терелеүен, боларыуын, йоҡоһон йә башҡа торошон белдерә?

- Шағир тасуирлаған тәбиғәт күренеше кеше күңеленең ниндәй торошона, кәйефенә тап килә? Ул кешенең ниндәй хис-тойғоһона оҡшаш?

- Был юлдарҙы (шиғырҙы) яҙған саҡта шағир ниндәй хистәр кисергән тип уйлайһығыҙ? Уның кәйефе нисек булған?

- Ошо мәлдә ул нимә хаҡында уйлаған йә хыялланған икән?

- Һинеңсә, шағир нимә тураһында уйлаған, хәтерләгән?

- Был юлдарҙы (шиғырҙы) уҡығанда һиндә ниндәй хистәр уянды?

- Бындай тәбиғәт торошо һиңә танышмы?

- Ундай күренеште күҙәткәнең бармы? Ҡайҙа? Ҡасан?

- Был шиғырҙы яңынан ҡасан уҡырға теләр инең?

- Ҡайһы мәлдә? Ҡайҙа?

- Шиғыр оҡшанымы?

- Айырыуса ниндәй юлдар хәтерҙә ҡалды?

- Ҡайһы юлдар образлыраҡ тойолдо?

- Ҡайһы рифмалар ғәҙәти булмағанса яңы, таң ҡалдырырлыҡ булып күренде?

- Үҙең өсөн яңы тойолған, хәҙерге телдә һирәк осраған һүҙҙәргә синонимдар уйла.

- Шиғырҙағы иң сағыу сағыштырыуҙарҙы һанап сыҡ. Уларҙың роле нимәлә?

- Ҡайһы һүҙҙәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла?

- Шиғырға ҡарата һүрәт төшөрөгөҙ.

Әкиәтте анализлау

1.Әкиәтте уҡығыҙ.

2.Уның ысынлап та әкиәт булыуын иҫбатлағыҙ.

3.Уның башын һәм аҙағын табығыҙ.

4.Әкиәттә нимә ысынбарлыҡтан алынған, нимә уйҙырма?

5.Әкиәттә нимә ҡыҙыҡһындырҙы: сюжетлы әллә тылсыммы? Әкиәттәге ниндәй тылсымлы нәмәләр тормошта осрай, ә нимәләр юҡ?

6.Әкиәттең ҡайһы мәле иң ҡыҙыҡлыһы?

7.Әкиәттәге ыңғай һәм кире образдарҙы атағыҙ. Уларҙың холҡондағы төп сифаттарҙы һанағыҙ һәм иң мөһим ҡылыҡтары хаҡында һөйләгеҙ.

8.Ҡайһы герой өсөн нығыраҡ борсолаһығыҙ? Герой менән бергә ниндәй хистәр кисерҙегеҙ.

9.Ниндәй мәҡәлдәр әкиәттең төп уйын белдерә? Уның төп фекере ҡайһы фразала сағыла?

10.Сюжеты, төп фекере һәм геройҙары буйынса оҡшашлыҡ булған башҡа әкиәттәрҙе беләһегеҙме?

11.Әкиәткә тап килгән мәҡәлдәрҙе һайлағыҙ?

Мәҫәлде анализлау

1.Әҫәрҙе уҡығыҙ. Уны ни өсөн мәҫәл тип уйлайһығыҙ?

2.Мәҫәлдең төп фекерен үҙ һүҙҙәрегеҙ менән һөйләп бирегеҙ.

3.Мәҫәл нисек яҙылған – проза менәнме әллә шиғырмы? Рифмаларҙы табығыҙ.

4.Мәҫәл кешеләге ниндәй етешһеҙлектәрҙән көлә?

5.Ниндәй фраза, әйтемдәр сағыуыраҡ, образлыраҡ, хәтерҙә яҡшыраҡ ҡала?

6.Мәҫәлдәге төп геройҙы ҡылыҡһырлағыҙ.

7.Мәҫәлдең төп фекерен ниндәй мәҡәлдәр аса?

8.Мәҫәлдә нимә мәҙәк булып тойолдо, ә нимә өгөт-нәсихәт бирә?

9.Мәҫәлде тасуири уҡырға әҙерләнегеҙ. Ролдәргә бүлеп уҡығыҙ.

10.Мәҫәлдәге ниндәй әйтемдәр туған телебеҙҙе, телмәребеҙҙе байыта?

Рәсемдәрҙе анализлау

1.Рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.

2.Рәсем бөтә битте биләйем, әллә уның бер өлөшөн генәме?

3.Рәссам картинала нимә һүрәтләнгән?

4.Картинаның уртаһында, һул яғында, уң яғында, артҡы планда нимә төшөрөлгән?

5. Ул … нисек һүрәтләгән?

6.Картинаны текстағы өҙөктәр ярҙамында тасуирла.

7.Рәссам картина өсөн ниндәй төҫтәрҙе һайлаған (йылы, һалҡын)?

8.Ни өсөн?    

 

 

Авторизуйтесь, чтобы оставить свой комментарий:

Комментариев:

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары:

1. Зәйнәб Биишева        (1990 й., Күгәрсен районы Туйымбәт ауылы)

2. Әхиәр Хәкимов          (2001 й., Дәүләкән районының) Яңы Йәнбәк ауылы)

3. Ноғман Мусин            (2001 й., Ишембай районы Ҡолғона ауылы)

4. Нәжиб Асанбаев         (2006 й., Баҡалы районының Ахман ауылы)

5. Ғайса Хөсәйенов        (2008 й. Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылы)

6. Талха Ғиниәтуллин   (2010 й., Учалы районы Ураҙ ауылы)

7. Суфиян Поварисов    (2011 й., Илеш районы Түпәй ауылы)

8. Флорид Бүләков         (2013 й., Мишкә районы Оло Шаҙы ауылы)

9. Азат Абдуллин            (2014 й., Ейәнсура районы Үрге ауылы)

10. Таңсулпан Ғарипова (2018 й., Баймаҡ районы Күсәй ауылы)

 

 

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары

1. Мәжит Ғафури            (1923 й., Ғафури районы, Еҙем-Ҡаран ауылы)

2. Рәшит Ниғмәти  (1959 й., Һамар өлкәһе Оло Чернигов районы Диңгеҙбай ауылы)

3. Мостай Кәрим             (1963 й., Шишмә районы Келәш ауылы)

4. Сәйфи Ҡудаш               (1964 й., Шишмә районы Келәш ауылы )

5. Рәми Ғарипов              (1992 й., Салауат районы Арҡауыл ауылы)

6. Рауил Бикбаев             (1993 й.,  Ырымбур өлкәһенең Покровка районы

(хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылы)

7. Назар Нәжми               (1993 й., Дүртөйлө районы Миңеште ауылы)

8. Әнғәм Атнабаев          (1997 й., Тәтешле районы Иҫке Күрҙем ауылы)

9. Тимер Йосопов            (2003 й.,  Дыуан районы Түбәнге Әбсәләм ауылында)

10. Марат Кәримов           (2003 й., Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы)  

11. Александр Филиппов (2004 й., Күгәрсен районы Йомағужа ауылы)

12. Абдулхаҡ Игебаев        (2010 й.,  Баймаҡ районы Күсей ауылы)

13. Ҡәҙим Аралбаев           (2011 й., Хайбулла районы Таңатар ауылы)

14. Факиһа Туғыҙбаева     (2014 й., Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылы)

15. Гөлфиә Юнысова         (2015 й., Әлшәй районы Һарыш ауылы)

16. Хәсән Назар                   (2017 й., Ейәнсура районы Таулыҡай ауылы)

17. Тамара Ғәниева            (2019 й., Көйөргәҙе районы Кинйәбай ауылы)

Скачать

КАЛЕНДАРНО - ТЕМАТИЧЕСКОЕ ПЛАНИРОВАНИЕ

КУРСА ВНЕУРОЧНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ «КРАЕВЕДЕНИЕ»

Лицей менән бәйләнеш

⁠Адресы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 4
Тел.: 8-905-002-07-56
e-mail: 
pervaya1school@mail.ru,   yeufqrbub@mail.ru

Лицейҙың рәсми сайты