Создать сайт на a5.ru
Более 400 шаблонов
Простой редактор
Приступить к созданию

Башҡорт теле дәрестәренә 

 

Синтаксис- грамматиканың бер өлөшө. Ул телдәге һүҙҙәрҙең бәйләнеү закондарын,һүҙбәйләнештәрҙең барлыҡҡа килеүен һәм төрҙөрен, шулай уҡ телдең төп аралашыу булғанһөйләмдең төҙөлөшөн өйрәнә. Һөйләм айырым һүҙҙәрҙән һәм һүҙбәйләнештәрҙән барлыҡҡа килә.Тулы бер уй аңлатып, грамматик һәм интонацион яҡтан ойошҡан һүҙ йәки һүҙбәйләнештәр теҙмәһеһөйләм тип атала. Интонацион төрҙәре буйынса һөйләмдәр хәбәр, һорау, бойороҡ һөйләмдәргәбүленә. 
Һүҙбәйләнештәр тамамланған уй- фекерҙе аңлатмайҙар, шунлыҡтан уларҙа тамамланыу интонацияһы булмай. Телдә ҡулланылған һүҙбәйләнештәр ике юл менән яһалалар: теҙмә һәмэйәртеүле юл. Теҙмә юл менән яһалған һүҙбәйләнештәрҙә уларҙың өлөштөре бер- береһенәбуйһонмай, бер- береһен асыҡламай, үҙ- ара тиң була.
М-н: кешеләр һәм халыҡтар; ҡыҙҙар, малайҙар; ирҙәр, егеттәр;
Эйәртеүле бәйләнеш менән яһалған һүҙбәйләнештәр бер- береһенә тиң булмайҙар: уларҙың береһе икенсеһенә буйһоноп, уны асыҡлап, тултырып килә.
М-н: ҡалала уҡыу,сәйер төшө, мин ҡайттым, баланың эше.
Эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре:Эйәртеүле һүҙбәйләнеш 4 төргә бүленә: Ярашыу- Эйәреүсе һүҙ менән эйәртеүсе һүҙ бер үк затта, һанда килә( ҡыҙым- таң йондоҙом,минең китабым балам- бәғер итем, беҙ- малайҙар,уға- Нәфискә);башҡарылыу-эйәртеүсе һүҙ эйәреүсе һүҙҙең билдәле бер килештә килеүен талап итә( күңелде шатландыра,йәнемде тетрәтте, һинең өсөн килдем);йәнәшәлек- эйәреүсе һүҙҙең эйәртеүсе һүҙгә килеш ялғауҙарынан башҡа йәнәшә тороп бәйләнеүе ( биш китап, текә тау, яҡшы уҡый)Һөйкәлеү- эйәреүсе һүҙ эйәлек килештә килеп, эйәртеүсе һүҙ III зат эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул иткән ике исем араһындағы бәйләнеш( баланың китабы, олатайҙың туны, уларҙың өйө, мәктәп баҡсаһы).
Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә,хәбәр. Эйә була ала: исем, алмаш, һан, сифат, исем ҡылым, сифат ҡылым, һүҙбәйләнеш, ҡушмә һүҙ. Хәбәр һөйләмде ойоштороусы, уны тамамлап килеүсе һүҙ. Ул ҡылымдан,  һирәкләп  исемдән, сифаттан, алмаштан, һандан, рәүештән, мөнәсәбәт һүҙҙән килә.
Тыныш билдәләре ҡуйылышы:
1.Эйә менән хәбәр бер үк һүҙ төркөмөнән килһә улар араһында һыҙыҡ ҡуйыла.
2. Эйә исемдән, алмаштан, ә хәбәр исемдән йәки исем урынында ҡулланылған һүҙ төркөмдәренән килгәндә лә, улар пауза менән айырылып әйтелһә, араларына һыҙыҡ ҡуйыла.
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре: Аныҡлаусы-һөйләмдә предметтың билдәһен, эйәһен, иҫәбен, күләмен белдерә. Ниндәй, ҡайһы, ҡасан, ҡайҙағы, нисә, нисәнсе, кемдең, нимәнең һорауҙарына яуап була. Аныҡлаусы эйәлек килештәге исемдән (Алмаздың), алмаштан(беҙҙең), сифат(йығылғандарҙың) һәм исем ҡылымдан(ҡурҡыуҙың) килә, сифаттан(яҡты), һандан(бер киҫәге), күрһәтеү алмашынан(был).
Тиң булған аныҡлаусы аныҡлаусының бер төрлдө билдәһен белдерәләр: Ал, ҡыҙыл, һары сәскәләр күҙҙәрҙе ялмап тора.
Тиң булмаған аныҡлаусылар предметтың йәки заттың төрлө билдәһен белдерәләр: Унда, зәңгәр күлдәр көҙгөһөндә, бейек зәңгәр күктәр сағылып уйнай.Өҫтәлмәлек- аныҡлаусының бер төрө.Предметтарҙың, заттарҙың түбәндәге билдәләрен белдерә:
1.Кешенең ниндәй белгес булыуын: уҡытыусы – филилолог уҡытыусы- математик, яҙыусы- публицист, шофер- механик.
2.кешенең дәрәжәһен һәм сифат яғынан билдәһен: генерал Кусимов, рус Василий
3. предметтың тәғәйенләшен: класс- кабинет, телефон- автомат, фабрика- кухня
4. кешенең хеҙмәт төрөн: һауынсы Ғәлимә, летчик Гәрәев
5.ҡәрҙәшлекте, ҡартлыҡ- йәшлекте: Хәлимә еңгәй, Салауат бабай, Хәсән ҡарт.
 Тултырыусы- һөйләмдең хәбәренә бәйләнеп, уның мәғәнәһен асыҡлап килә. Төбәү, төшөм, сығанаҡ, урын- ваҡыт килештәре шулай уҡ .(кем менән, нимә менән, кем тураһында, кем тарафынан  һорауҙарына яуар бирә. Алмаштан(миңә), һандан(берәүҙәргә), исем ҡылымдан(йөрөүҙән), сифат ҡылымдан(сыҡҡанға) килә.
 Тура тултырыусы һәр ваҡыт төшөм килештә торған исемдән, алмаштан һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килә. Ситләтелгән тултырыусы төшөм килештәге һүҙҙәрҙән башҡа килештә тороусы тултырыусылар.
 Хәл- һөйләмдә эш- хәлдең эшләнеү рәүешен, күләмен, ваҡытын, урынын, сәбәбен, маҡсатын, ниндәй шарттарҙа үтәлеүен белдерә.Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай, ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып,ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем,  нисә, күпме, ни өсөн, ни сәбәпле һорауҙарына яуап бирә. Хәл төрҙәре: рәүеш хәле(Нисек, ни рәүешле, ҡайһылай), урын хәле (ҡайҙа, ҡайҙан, ҡайҙа саҡлы, ҡайҙан алып),  ваҡыт хәле (ҡасан, ҡасандан бирле, ҡасанға тиклем),  , күләм- дәрәжә хәле(нисә, күпме), сәбәп хәле (ни өсөн, ни сәбәпле), маҡсат хәле ( ниндәй маҡсат менән, ни өсөн), шарт хәле (ниндәй шартта, ни эшләһә), кире хәл ( ни эшләһә лә, ни эшләмәһә лә, нимәгә ҡарамаҫтан).
Ике һәм бер составлы һөйләмдәр. Эйәһе лә хәбәре лә булһа ике составлы, йә эйәһе, йә хәбәре булмаһа бер составлы була.Бер составлы һөйләм төрҙәре: билдәле эйәле һөйләм- хәбәре булып 1-се һәм 2- се зат хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары килә.( Әйтелгән ваҡытҡа эшләп бөтөгөҙ); билдәһеҙэйәле һөйләм- хәбәре һәр ваҡыт 3-сө зат ҡылымдан килә, башҡарыусының кем икәне билдәле түгел( уҡыуҙы оҙаҡҡа һуҙманылар); эйәһеҙ һөйләм- эйәһе бөтөнләй юҡ, хәбәре аша ла билдәләп булмай ( Йылыта. Бик оҙаҡ йөрөлдө.); атама һөйләм- тик эйә составы, уға эйәргән эйәрсән киҫәктәр генә була,(Ҡыш)
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре тип үҙенсәлекле интонация менән айырым әйтелгән һәм билдәле дәрәжәлә үҙаллылыҡҡа эйә булған һөйләм киҫәктәре атала.Аныҡлаусыларҙың айырымланыуы- үҙҙәре аныҡлаған һүҙҙәрҙән һуң килһәләр генә айырымланалар.(О, күҙҙәр, береһенән- береһе йылтыр, бызырашып миңә ҡарайҙар)
Хәл әйтемдәренең айырымланыуы-(Таңда тороп, хәҙер ҡырға сығам)
Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы-
1.Исемдән, алмаштан килгән эйәһенә ҡараған өҫтәлмәлектәр ( Өс улы- Сәлих, Сәйәх, Зәйни абзыйҙар һуғыш башланғанда уҡ армияла инеләр)
2.Үҙҙәре асыҡлаған һүҙгә хатта, мәҫәлән, шул иҫәптән, йәғни кеүек һүҙҙәр менән бәйләнәләр
3.Бер үк һүҙ ҡабатланып килһә
4.Үҙҙәре ҡараған һүҙ менән бер үк килештә торһалар.
Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр- һөйләүсенең әйтелгән фекергә ҡарата мөнәсәбәтен белдерә. Әйтерһең, бөтә донъяны ҡараңғылыҡ солғаны. Ысынлап та, бигерәк матур инде.
Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр түбәндәге тойғоларҙы белдерәләр:
Раҫлауҙы йәки кире ҡағыуҙы (әлбиттә, юҡ..); мөрәжәғәт итеүҙе ( Эй-эй) ;шатланыуҙы, ғорурланыуҙы ( Күрәһеңме); ғәжәпләнеүҙе (аһ-аһ) икеләнеүҙе ( ахыры, бәлкем); һөҙөмтә сығарыуҙы ( тимәк, шулай итеп, әйтерһең дә); ышаныуҙы ( минеңсә, шик юҡ)

Һүҙгә фонетик анализ яһау тәртибе
1.     Һүҙгә транскрипция яһарға
2.     Һүҙҙең баҫымын ҡуйырға; һүҙҙе ижектәргә бүлеп, уларҙы анализларға (баҫымлымы, баҫымһыҙмы, асыҡмы, ябыҡмы)
3.     Һүҙҙәге өн һәм хәреф һандарын билдәләргә
4.     Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәргә характеристика бирергә
Миҫал: яҡшы [яҡшы];1 ижек- ябыҡ, баҫымһыҙ;   2 ижек- асыҡ, баҫымлы; 5өн, ғ хәреф. Я хәрефе ике өндө белдерә.
я-[й]-  тартынҡы, ышҡыулы, талғын, тел уртаһы, яңғырау
[а]- һуҙынҡы, урта рәт һуҙынҡыһы, баҫымһыҙ
ҡ-[ҡ]- тарт, шартлаулы, тел арты, шаулы, парлы, һаңғырау.
ш-[ш]- тарт, тел алды, ышҡыулы, шаулы, парлы, һаңғырау
 
ы-[ы]- һуҙынҡы, урат рәт һуҙынҡыһы, иренләшмәгән, ҡалын, баҫымлы.
Һүҙ составы буйынса анализ яһау тәртибе
1.     Һүҙҙең тамырын, ялғауҙарын айырырға
2.     Ялғауҙың төрөн билдәләргә (һүҙ яһаусы, форма яһаусы, һүҙ үҙгәртеүсе)
3.     Һүҙҙең нигеҙен, тамырмы, ҡушмамы икәнен билдәләргә. Яһалма булһа, яһалыу юлын күрһәтергә (һүҙҙәрҙе ҡушыу, бәйләү, парлау, ҡабатлау, ҡыҫҡартыу)
Миҫал: Китапханасыға- 1) һүҙҙең тамыры: китап һәм хана; ялғауҙары: -сы,- ға
2) –сы- яһаусы ялғау; -ға-үҙгәртеүсе ялғау, төбәү килеш ялғауы;
 
3) һүҙҙең нигеҙе- китапханасы, ҡушма нигеҙ.
Һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ яһау тәртибе
 
Исемдәргә морфологик анализ
1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.
2.     Яһалышы.
3.     Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исем.
4.     Килеше.
5.     Һаны.
6.     Заты.
7.     Хәбәрлек менән үҙгәрһә-хәбәрлек заты.
8.     Һөйләмдәге синтаксик фунцияһы.
Миҫал: Зәңгәр күк тажым, сыбар ер- тәхетем,
                 Үҙем- азат йән, аҡ ҡояш- бәхетем (Ш.Бабич)
Күк- исем, нимә һорауына яуап бирә, предметты аңлата, башланғыс формаһы-күк; яһалышы- тамыр исем; уртаҡлыҡ исем; төп килештә; берлектә, һөйләмдә эйә булып килгән.
 
Сифаттарға морфологик анализ
1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.
2.     Төп сифатмы, шартлымы.
3.     Сифаттың дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ, аҙһытыу).
4.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.
Миҫал: Яҙҙар етә, ана тамсы тама,
                 Йылы саҡтар килә яҡынлап. (Ш.Бабич)
Йылы- сифат, предметтың билдәһен белдерә; башланғыс формаһы- йылы; төп сифат (дәрәжә менән үҙгәрә ала); төп дәрәжәлә; һөйләмдә аныҡлаусы булып килгән.
 
Һандарға морфологик анализ

1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.
2.     Ябаймы, ҡушмамы.
3.     Төркөмсәһе (төп, тәртип, бүлем, йыйыу, сама, кәсер һандары)
4.     Әгәр һан исем урынында килһә, килеше
5.     Исем урынында килеп, эйәлек һәм хәбәрлек менән үҙгәрһә, затын күрһәтергә.
6.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.
Миҫал: Дүртте икегә бүл.
Дүртте- башланғыс формаһы- дүрт, ябай, төп һан, исем урынына килгән, төбәү килештә, һөйләмдә тултырыусы булып килгән.
 
Алмаштарға мофологик анализ
1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.
2.     Төркөмсәһе (зат, күрһәтеү, һорау, билдәләү, билдәһеҙлек, юҡлыҡ, эйәлек).
3.     Исем урынында килһә, килеше.
4.     Заты (әгәр булһа)
5.     Һаны
6.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.
Миҫал:  Һин (китап) йыуатҡыс, һин уятҡыс, һин минең ысын атам (Ш.Бабич).
Һин- алмаш, исемде алмаштырған, башланғыс формаһы- һин, төркөмсәһе- зат алмашы, төп килештә, 2- се зат, берлектә, һөйләмдә эйә булып килгән.
 
Ҡылымдарға морфологик анализ
1.     Һүҙҙең башланғыс формаһы.( тамыр- 2- се зат, берлектә, бойороҡ һөйкәлеше)
2.     Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)
3.     Барлыҡтамы, юҡлыҡтамы)
4.     Һөйкәлеше (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк)
5.     Төркөмсәһе (исем, сифат, уртаҡ, хәл ҡылымдар өсөн)
6.     Заманы (хәбәр һөйкәлешендәге һәм сифат ҡылымдар өсөн)
7.     Заты (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлешендәге ҡылымдар өсөн)
8.     Һаны (хәбәр, бойороҡ, шарт, теләк һөйкәлешендәге ҡылымдар өсөн)
9.     Формаһы (хәл ҡылымдар өсөн)
10.          Күсемлелеге, күсемһеҙлеге.
11.          Йүнәлеше (төп, ҡайтым, төшөм, уртаҡлыҡ, йөкмәтеү)
12.           Һөйләмдәге синтаксик функцияһы
Миҫал: Нурлы яҙ! Балҡый ҡояш...Аһ! Белмәйһегеҙ мин шатланам. (Ш.Бабич)
Балҡый- ҡылым, ни эшләй? Һорауына яуап бирә, эш- хәрәкәтте аңлата, башланғыс формаһы- балҡы, барлыҡта, хәбәр һөйкәлешендә, хәҙерге заман, 3- сө зат, берлектә, күсемһеҙ, төп йүнәлештә, һөйләмдә хәбәр булып килгән.
 
Рәүештәргә мофологик анализ
 
1.     Мәғәнәләре буйынса төркөмсәһе (төп, ваҡыт, урын, оҡшатыу- сағыштырыу, күләм- дәрәжә, сәбәп, маҡсат, рәүештәре)
2.     Яһалышы (тамыр, яһалма, ҡушма)
3.     Дәрәжәһе (төп, сағыштырыу, артыҡлыҡ)
4.     Һөйләмдәге синтаксик функцияһы.
Миҫал: Сыҡ, йәнем, төн зинданынан, күккә ос, йәмләп йәнә. (Ш.Бабич)
Йәнә- рәүеш, нисек? һорауына яуап бирә, мәғәнәһе буйынса- төп рәүеш, тамыр рәүеш, төп дәрәжәлә, һөйләмдә хәл булып килгән.

 

 

Лицей менән бәйләнеш

⁠Адресы: Башҡортостан Республикаһы

Ҡыйғы районы, Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 4
Тел.: 8-905-002-07-56
e-mail: 
pervaya1school@mail.ru,   yeufqrbub@mail.ru

Лицейҙың рәсми сайты